Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
5 Декабрь 2018, 12:06

Ун һигеҙ йылға төрмәгә

Кеше йәнен ҡыйыусы лайыҡлы язаһын алды

Район үҙәгендә былтыр көҙ айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән кеше үлтереү осрағы бөтәһен дә тетрәндерҙе.

- Ул көндө Раевка ауылында йәшәүсе 27 йәшлек ир Торонтайыш ауылынан бер егет менән таныша һәм улар бергәләп иҫерткес эсемлектәр эсә, - тип һөйләй Әлшәй район-ара тәфтиш бүлексәһе өлкән тикшереүсеһе И. Евсеев. – “Табын” артында ул яңы танышының кеҫә телефонына күҙ төшөрә һәм ... шешәләшен үлтерә. Енәйәтсе үлтереп кенә ҡалмай, йәнһеҙ кәүҙәне бысаҡ менән киҫкеләп бөтә.

Республика Юғары суды енәйәтсене18 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: