РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге Раевка ауылында йәшәүсе ирҙе кеше үлтереүҙә ғәйепле тип тапты.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, район үҙәгендәге бер йортта дүрт ирҙең спиртлы эсемлектәр эсеүе асыҡланды. Икеһе араһында низағ сығып, 39 йәшлек ир 57 йәшлек танышын бик ныҡ туҡмай һәм башына ағас таяҡ менән һуға. Һуңынан уны машинаһының багажнигына һалып Дим йылғаһына алып китә һәм һыуға батыра. Ә шешәләштәрҙең икәүһе үҙ ғүмерҙәре өсөн хәүефләнеп, низағҡа ҡушылмай.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса район-ара тикшереү бүлеге тикшереүселәре һәм енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оператив ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡытта был ваҡиғаның шаһиттары табылды һәм енәйәтсе тотолдо, ул кире ҡаҡмаҫлыҡ дәлилдәрҙән һуң үҙ ғәйебен таныны. Ғәйепләнеүсе ҡулға алынды, енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Әлшәй район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.