Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
6 Август 2018, 17:28

Ял итергә генә килмәгән

Екатеринбург кешеһе ял итеү менән бергә закон талаптарын да боҙған.

Былтыр көҙ 42 йәшлек ир ял итергә һәм һаулығын нығытырға “Шафран” шифаханаһына килгән. Урман буйлап йөрөгәндә ул кипкән ҡырағай киндер үләнен күреп ҡала. Ҡунаҡ, үҫемлек япраҡтарын йыйып, уларҙы шифаханалағы палатаһына алып ҡайта. Ә бит киндер, билдәле булыуынса, илебеҙҙә наркотик матдәләр исемлегенә индерелгән һәм уны ҡулланыу тыйыла. Әлшәй полицейскийҙары биш көндән һуң шифаханала 12 г киндер (каннабис) таба һәм тартып ала.

- Һатыу маҡсатын күҙалламай, байтаҡ күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ йыйған һәм һаҡлаған өсөн был ир шартлы рәүештә 1,5 йылға хөкөм ителде, - тип хәбәр итте беҙгә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге тәүтикшереүсеһе Игорь Бабченко.

Читайте нас: