Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
24 Июль 2018, 11:11

Коррупция осраҡтарын иҫкәртеү

Прокуратура коммерция фирмаһын һәм вазифалы кешене коррупцияға ҡаршы закондарҙы боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәште.

Әлшәй район суды фирмаға һәм уның директорына һалынған 70 мең һум штрафты законлы тип тапты. Яуаплылыҡҡа тарттырыуға район прокуратураһы тикшереүе йомғаҡтары нигеҙ булды.

Билдәле булуынса, 2016 йылда республика Ауыл хужалығы министрлығының элекке хеҙмәткәре “Лидер Групп” сауҙа компанияһы”на иҡтисадсы вазифаһына эшкә ҡабул ителә. Коррупция осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында һәм аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн фирма етәкселеге элекке дәүләт хеҙмәткәре менән хеҙмәт килешеүе төҙөү тураһында уның быға тиклемге эш биреүсеһенә хәбәр итергә тейеш булгған. Әммә ойошма үҙ бурысын үтәмәгән.

Район прокуратураһы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.29-сы статьяһына ярашлы, компанияға һәм уның директорына ҡарата административ эш ҡуҙғата. Суд ҡарары менән уларға 70 мең һум штраф һалына.

Сығарылған ҡарар менән ризалашмай, фирма директоры аппеляция инстанцияһы судына ялыу яҙа, ул, үҙ сиратында, ҡабул ителгән ҡарарҙың законлы булыуын раҫланы.

А. ХАФИЗОВА,

район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Читайте нас: