26 йәшлек Өфөлә йәшәүсе ир көҙ айының матур бер кисендә Ыҫлаҡҡа килә. Шунда иҫке ферма янында үҫкән ҡырағай киндер күҙенә салына. Оҙаҡ уйлап тормай, егет кипкән япраҡтарҙы машинаһына һала.
Ике сәғәттән һуң Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысы буйында Әлшәй полиция хеҙмәткәрҙәре уның автомобиленән 28 г үлән таба һәм тартып ала.
- Киндер (каннабис) наркотик матдәләр исемлегенә индерелгән, илебеҙҙә уның әйләнеше тыйылған. Шулай итеп, аңлы рәүештә ҡылынған ғәмәлдәре (законһыҙ һатып алыу, уны таратмау маҡсатында ҙур күләмдә һаҡлау) менән Өфө кешеһе РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы 1-се бүлегендә ҡаралаған енәйәт ҡыла, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге тәүтикшереүсеһе Әлфия Волкова. – Район суды тарафынан ул шартлы рәүештә бер йылға хөкөм ителде.