Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
6 Июнь 2018, 12:28

Күп балалы ғаилә йорт төҙөү өсөн участка алды

Район прокуратураһы күп балалы әсәнең ер хоҡуҡтары боҙолоуы тураһындағы мөрәжәғәте буйынса тикшереү үткәрҙе.

2014 йылда өс балалы әсә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер биреү мәсьәләһе менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Комиссия, ғаризаны тикшереп һәм ғаиләнең льготалы шарттарҙа участка алыу хоҡуғын танып, уны иҫәпкә ҡуя.

Республика ҡануниәтенә ярашлы, түрәләр 15 көн эсендә был ҡатын менән ер участкаһын уның милкенә бушлай тапшырыу тураһында килешеү төҙөргә тейеш ине. Әммә был талап үтәлмәй. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, күп балалы әсә прокуратураға мөрәжәғәт итә. Район прокуроры муниципалитеттан суд тәртибендә ер участкаһы биреүҙе талап итте.

Әлеге ваҡытта прокуратура талабын ҡәнәғәтләндереүсе суд ҡарарына ярашлы, ғаиләгә район үҙәгендә 12 сутый ер бүленде.

А. ЗАҺИҘУЛЛИНА,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: