Әлшәй район суд приставтары бүлегендә 2016 йылдың 15 июлендә ҡануниәткә ғәмәлгә ингән төҙәтмәләр әүҙем ҡулланыла, уларға ярашлы, алимент буйынса бурыслыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылмай ғына төҙәлеү (хатаһын аңлау) мөмкинлеге бирелә.
Һүҙ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.35.1-се статьяһы тураһында бара, унда ике айҙан ашыу алимент түләмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған һәм был алимент түләмәүселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыуҙың мотлаҡ шарты булып тора.
Шулай итеп, йыл башынан алимент түләмәгән 12 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, уларҙың ун беренә 120 сәғәткә тиклем мотлаҡ эшләү язаһы сығарылды, бер кеше 10 тәүлеккә аресҡа алынды. Алимент буйынса бурысы булған бер ир, мәжбүри эштәрҙе үтәп, эшкә урынлашты һәм бурыстарын түләй башланы. Башҡаларға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителәсәк.
суд приставы-башҡарыусы.