Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
18 Май 2018, 17:20

Наркотиктар өсөн – колонияға

Әлшәй район суды законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә наркотик матдәләр һатып алыуҙа һәм һаҡлауҙа ғәйепле тип табылған 27 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Енәйәтсе 2015 йылдың авгусында Раевка ауылының тимер юлы ер аҫты үткәүелендә наркотик матдәләр һатып алғанда тотолдо. Тикшереү барышында унан 0,73 грамм наркотик (ә был ҙур күләм тип иҫәпләнә) табылды һәм тартып алынды.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Суд уны ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү менән 3 йыл да 4 айға иркенән мәхрүм итте.

А. ЗАҺИҘУЛЛИНА,
район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: