Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
27 Апрель 2018, 11:41

Эсеү йүнлегә илтмәй

Район үҙәгендә йәшәүсе пенсионер туҡмалыуҙан һуң һауыға алмаған.

Район үҙәгендә йәшәүсе пенсионер туҡмалыуҙан һуң һауыға алмаған

Раевка ауылында февраль айнда шәхси йортта эсеп алған ике ир, тикшереү документында яҙылғанса, “үс тотоп, эскерле мөнәсәбәт һөҙөмтәһендә” пенсионерҙы туҡмай, уның бигерәк тә башын ныҡ төйәләр. Физик көс ҡулланыу зыян күреүсенең ишек алдында ла дауам итә.

Баш мейеһе йәрәхәте алған пенсионер һауыға алмай. Өс аҙнанан һуң ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауаханала вафат була.

- Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылды. Һуғыш суҡмарҙары һаҡ аҫтына алынды, тикшереү дауам итә, - тип хәбәр итте бүлек етәксеһе Андрей Шумихин.

Читайте нас: