-5 °С
Болотло
2015 йылда ул Өфө районында торлаҡ йорт төҙөүҙә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгән, аҡса күсергән. Төҙөүсе ойошма өлөшләтә төҙөү объектын тапшырыу буйынса бурыстарын 2017 йылдың 30 июненән дә һуңламай үтәргә тейеш булған. Әммә шул уҡ йылдың апрелендә үк яҡташыбыҙ квартираны тапшырыу срогының күсерелеүе тураһында белдереү ҡағыҙы алған. Шулай итеп, төҙөүсе килешеүҙә ҡаралған бурыстарын үтәмәгән, судҡа тиклем дәғүә белдереүгә яуап бирмәгән. Был ҡатын судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Суд ҡарары буйынса дәғүә талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән. Төҙөүсенән дәғүәсе файҙаһына 241791 һум неустойка, мораль зыян өсөн 25 мең һум күләмендә компенсация һәм 120895, 5 һум штраф түләтелгән.