Әлшәй хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Криминал
26 Февраль 2018, 21:58

Микрофинанс эшмәкәрлеге тураһында ҡануниәтте боҙған

Район прокуратураһы “Быстрый займ Раевка” микрокредит компанияһы йәмғиәтенең эшмәкәрлегендә кредиттар (займ) тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Район прокуратураһы “Быстрый займ Раевка” микрокредит компанияһы йәмғиәтенең эшмәкәрлегендә кредиттар (займ) тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.

Федераль закон талаптарына ярашлы, атамала “микрофинанс компанияһы” һәм “микрокредит компанияһы” һүҙбәйләнештәрен юридик шәхестәргә генә ҡулланырға рөхсәт ителә, улар тураһында мәғлүмәт микрофинанс ойошмаларының дәүләт реестрында индерелгән. Ә тикшереү ваҡытына “Быстрый займ Раевка” микрокредит йәмғиәте дәүләт реестрынан алынған була. Шуға ҡарамаҫтан, юридик шәхес үҙ атамаһында “микрокредит компанияһы” һүҙбәйләнешен законһыҙ рәүештә ҡуллана.

Район прокуроры тарафынан ойошмаға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды. Мировой судья ҡарары менән юридик шәхес административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, уға 100 мең һум штраф һалынды.

А. ХАФИЗОВА,

район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Читайте нас: