Уҡыу кәрәк-яраҡтарын теләге булғандар Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а адресы буйынса “Ғаилә” район-ара үҙәге бүлексәһенә тапшыра ала. Канцелярия тауарҙары, яҙыу кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, һүрәт төшөрөү, балалар ижады йыйылмалары - яңы килеш; рюкзактар, мәктәп формаһы, дәреслектәр, әҙәби китаптар – яңы йәки яҡшы хәлдә ҡабул ителә.
- Акция аҙағында иң әүҙем ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында, семьярб.рф порталында, шулай уҡ район ғаилә хеҙмәтенең сайтында урынлаштырыласаҡ, - тип белдерҙе ошо хеҙмәт етәксеһе Марина Кравченко һәм әлшәйҙәрҙе был изге эштә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.