ЯМАН СИРГӘ ДУСАР БУЛҒАНДАР
Улар тыуған йорттарынан, ғәҙәти тормош рәүешенән айырылып оҙаҡ ваҡыт дауаханаларҙа йәшәй. Уларҙың тормошо бөтмәҫ-төкәнмәҫ ауыртыу-һыҙланыуҙар һәм ҡурҡыныс процедуралар менән тығыҙ бәйле. Ата-әсәләр балаларының ғүмере өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып бара. Йәшәлгән һәр көн - улар өсөн оло бәхет, һауығыуға табан һәр аҙым – бәләкәй генә еңеү!
Районыбыҙҙан 13 малай һәм ҡыҙ көн һайын яман сир менән көрәшә. Уларҙың бишеһенә лейкоз, икеһенә эске органдар яман шеше, дүртеһендә күҙ рагы, тағы ла ике балаға енес һәм бәүел-енес юлы системаһы онкологияһы диагнозы ҡуйылған. Уларҙың барыһына ла ярҙам кәрәк. Никифарҙан 16 йәшлек Данир Ғәлләмов та ғүмеренең күп өлөшөн ауыр сир – нейробластомаға ҡаршы көрәшә.
Яман шеш ауырыуын унда дүрт йәшендә табалар. Өфөлә дауалана башлайҙар. Тәүҙә операция яһайҙар, артабан ете блок химия терапияһы үтә. 2008 йылда Мәскәүҙә елек матдәһе күсереп ултыртыла һәм үҫмер “Роаккутан” препараты менән туғыҙ курс дауалана.
- Сирҙе еңдек, тип ҡыуанып ҡына йәшәй башлағайныҡ, 2015 йылдың ноябрендә йәнә ғазапланыуҙарыбыҙ башланды, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Данирҙың әсәһе Тәскирә Ғәлләмова. – Йыл буйы Мәскәүҙә Д. Рогачев исемендәге клиникала интенсив дауаланыу үттек. Алты блок "химия", радиоактив йод менән терапия, елек матдәһенең аутологик трансплантацияһы, нур терапияһы, “Роаккутан” препараты менән туғыҙ курс. Һәм йәнә 2017 йылдың июлендә рецедив булды. Бына йыл ярым инде Санкт-Петербургта Р. Горбачева исемендәге клиникала дауаланабыҙ. Хәҙер инде бөтә ышаныс нур терапияһына...
Ғинуар урталарында Данир нур терапияһы курсы үтте, хәлен яҡшыртыу өсөн “Опдиво” препараты кәрәк булды. Был дарыу иммун системаһына рак күҙәнәктәрен юҡ итергә ярҙам итә. Данирға шундай биш ҡап кәрәк, ә ул 350 мең һум тора. Шуға бәйле аҡса йыйыу ойошторолдо.
Был юлы ла, ике йыл элек кеүек, Раевка 2-се урта мәктәбенең 8-се “в” синыфы уҡыусыһы, уҡыу алдлынғыһы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы, спортсы, төрлө вокаль конкурстар призеры Рената Йыһангирова, уның әсәһе, музыка уҡытыусыһы Альбина Риф ҡыҙы, шулай уҡ синыф етәксеһе Фәймә Фәнәғит ҡыҙы Боевых һәм пионервожатый Эльвира Мәҡсүтова тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙҙы һәм аҡса йыйыуҙы ойошторҙо. Был хәйриә проектын тормошҡа ашырыуҙа уларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айҙар Солтанғолов, мәғариф бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Алик Вәлиәхмәтов ярҙам итте. Район үҙәгенең бөтә бөтә мәғариф учреждениеларында Данирҙы дауалауға аҡса йыйыу өсөн махсус йәшниктәр ҡуйылды. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, тренерҙар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре лә был изге эштән ситтә ҡалманы.
Рената мәктәптә хәйриә концерты ойошторҙо. Уның ете йыл элек яман шеш ауырыуынан вафат булған ике туған һеңлеһе Карина Йыһангированың иҫтәлегенә арналған “Ҡояш барыһына ла тигеҙ яҡтыртырға тейеш!” проекты фильм күрһәтеүҙән башланды. Сараға Каринаның әсәһе Гөлнур Ғәнислам ҡыҙы ла саҡырылды.
Хәйриә концертында шулай уҡ район мәҙәниәт һарайы артистары Нияз Ғиззәтуллин, Татьяна Жуковская, Земфира Ситдиҡова, Рим Сафин, Алик Ғәбделмәнов, Вилдан Байгилдин ҙур теләк менән ҡатнашты. Сарала кескәй синыф уҡыусылары шиғыр һөйләне, йырҙар йырланы, бейене, Р. Йыһангированың синыфташтары ла сығыш яһаны. Рената ла үҙенең һәләте менән ҡыуандырҙы.
Ойоштороусыларға, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ихлас рәхмәт һүҙҙәре менән Данирҙың атаһы Илгиз Рәйес улы мөрәжәғәт итте.
- Данир сир тураһында ғына уйламай һәм уға ҡаршы көрәшә, киләсәккә пландар ҡора, - тине ул. – Һеҙ ысын дуҫтар, һеҙҙең һәр берегеҙ ярҙам ҡулы һуҙғас, уның сиргә ҡаршы көрәшергә көсө тағы ла артты. Беҙ ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Балаларҙың изге теләктәр теләп яҙған хаттары һәм 110 мең һум аҡса И. Р. Ғәлләмовҡа тапшырылды.
Бер нисә көндән һуң Данирҙың әсәһе социаль селтәрҙә аҡса йыйыуҙың тамамланыуы тураһында ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Ул бөтә ғаилә ағзалары исеменән хәйриә акцияһын ойоштороусыларға һәм ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәт белдергән.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Автор фотоһы.
Рената Йыһангирова Данирҙың атаһы Илгиз Рәйес улы менән.