Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәйриә
28 Август 2018, 11:59

Йөрәк йылыһын да бүләк иттек

Ҡайһы ваҡыт күптәр бер кешенең ҡайғыһын үҙенеке кеүек ҡабул итә. Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә шәфҡәтле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙербеҙ. Тап шул мәрхәмәтлелек барыһын район үҙәгендә йәшәүсе Никита Демешовҡа ярҙам итеү өсөн ойошторолған хәйриә концертына килтерҙе.

Ҡайһы ваҡыт күптәр бер кешенең ҡайғыһын үҙенеке кеүек ҡабул итә. Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә шәфҡәтле, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙербеҙ. Тап шул мәрхәмәтлелек барыһын район үҙәгендә йәшәүсе Никита Демешовҡа ярҙам итеү өсөн ойошторолған хәйриә концертына килтерҙе.
Хәбәр итеүебеҙсә, туғыҙ йәшлек малай ете операция үткәргән, әммә уның йөрәген сәләмәт тип әйтеп булмай әле. Берлиндағы кардиоүҙәк Никитаға операция эшләргә әҙер, әммә аҡса күсергәс кенә көнөн билдәләйәсәктәр. Был сумма бик ҙур. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта Демешовтар ғаиләһе уны, әлбиттә, изге күңелле кешеләрҙән башҡа йыя алмаҫ ине. Районда йәшәүселәрҙең күбеһе ҡулынан килгәнсә өлөш индерҙе.
Демешовтарҙың ярҙамсылары бик күп. Улар шылтыратып, йылы һүҙҙәр әйтәләр, изге теләктәр менән смс-хәбәрҙәр яҙалар, төрлө ярҙам тәҡдим итәләр, акциялар, лоторея уйындары үткәрәләр... Хәйрия концерты ла ойошторорға ярҙам иттеләр. Уны Светлана Михееваның туғаны инициативаһы менән үткәрҙеләр. Ул билдәле башҡарыусы, Ильмен, Грушин һәм башҡа автор йырҙары фестивалдәре лауреаты, Өфөлә һәм республикала бард концерттары ойоштороусы Рәмил Бәҙәмшинға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Малайҙың ауырыуы тураһында ишеткәс, ул шунда уҡ риза булған һәм концертта ҙур теләк менән үҙенең йырҙарын башҡарҙы. Никитаға ярҙам йөҙөнән башҡа популяр йырсылар ҙа - республиканың атҡаҙанған артисы Фәриҙә Тимербаева, “Гәлсәр һандуғас” республика телевизион эстрада конкурсы лауреаты Вилдан Фәйзуллин, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған артисы Гүзәл Әхмәтова ҡатнашты. Шулай уҡ район мәҙәниәт йорто артистары Татьяна Жуковская, Наил Шәрипов, Зимфира Ситдиҡова ла саранан ситтә ҡалманы.
Хәйриә концерты Дәүләкән ҡалаһында ла уҙҙы. Унда Рәмил Бәҙәмшин, Евгения Сафина (“Old Scool” төркөмө), Вероника Мортазина (“Vero”), Илья Тәүлийәров (“Viva ЧАППА”), Руслан Сәйфетдинов (“Премьер Квартет”) сығыштары менән шатландырҙы.
Эшҡыуар, фотограф Ульяна Сазонова Никитаға ҙур ярҙам күрһәтә. Уны Демешовтар ғаиләһе игелекле тылсымсы тип атай. Унан башҡа Интернетта ярҙам төркөмө лә булмаҫ ине, ул уны үҙе ойоштороп, алып барырға ярҙам иткән. Һүрәттәр, репостар, листовкалар, Никитаның матур фотолары – барыһы ла уның эше. Шулай уҡ хәйриә концертында ла Ульяна һоҡланғыс мәлдәрҙе фотоға төшөрөп барҙы.
Никитаға операцияға аҡса йыйылып бөттө. Битараф булмаған әлшәйҙәрҙең күп булыуы шатландыра, сөнки сумманың ҙур өлөшөн тап яҡташтарыбыҙ йыйырға ярҙам итте. Икенсе өлөшөн “Изге күңеллеләр клубы” Мәскәү хәйриә фонды күсерҙе. Ошо көндәрҙә “Ярҙам итеүе еңел” Волгоград хәйриә фонды да аҡсалата ярҙам күрһәтергә тейеш.
Төркөмдә аҡса йыйыу тамамланһа ла, күптәр ярҙам итеүен дауам итә. Күптән түгел Демешовтарға почта аша посылка килгән. Миәс ҡалаһынан йәш ҡыҙ Никитаға китаптар, ижат итеү өсөн йыйылмалар һәм татлы бүләкләр ебәргән. Ул хатында мөләйем йөҙлө малайҙы шатландыраһы килеүе тураһында яҙған.
Никитаның ата-әсәһе төшөнкөлөккә бирелмәй һәм барыһы ла яҡшы булырына, операцияның уңышлы үтәсәгенә ышана. Беҙ ҙә ысын күңелдән Никита Демешовҡа тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.
Айгөл МӨХӘМӘТДИНОВА.
Читайте нас: