Инспекторҙарҙың эше һәләкәттәрҙе иҫкәртеүгә, бәлиғ булмағандарҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән. Акция 9 апрелгә тиклем дауам итә.
Урамда – яҙ, каникулға ла күп ҡалманы. Шуға бәйле, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Ҡәҙерле балалар, урамды аша сығыр алдынан яҡынлашып килгән автомобилдең юҡлығына иғтибар итегеҙ. Кейемегеҙгә йәки рюкзагығыҙға, водителдәр алыҫтан уҡ һеҙҙе күрһен өсөн, яҡтылыҡты сағылдырыусы махсус билдә тағығыҙ.
Хөрмәтле шоферҙар – әсәйҙәр һәм атайҙар, тиҙлек режимын күҙәтегеҙ. Балаларҙы махсус креслоларҙа йөрөтөгөҙ, юғиһә һеҙгә 3000 һум күләмендә штраф янай. Иң мөһим ҡағиҙәне онотмағыҙ – юлдағы хаталарҙың аҙағы бик үкенесле.
Светлана КРЕХОВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы.