Тиҙ ышаныусан кешеләрҙе төрлө алымдар менән алдау осраҡтары кәмемәй. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, көн һайын Башҡортостанда һигеҙ-ун һәм унан да күберәк мутлашыу осрағы теркәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлшәйҙәр ҙә уларҙың тоҙағына эләгә.
Банк хеҙмәткәре булып шылтыратыуҙар схемаһы элеккесә киң таралған. Һеҙҙең аҡсаларығыҙҙы һаҡларға тырышҡан булып, улар картағыҙҙағы барлыҡ мәғлүмәтте хәбәр итеүегеҙҙе һорай.
- Күп тапҡырҙар иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, бындай енәйәттәр кәмемәй, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге оперуполномоченныйы Әҙилә Хәкимова. – Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең бындай хәлдә ҡалмаясағына ышана. Ә шылтыратһалар, барлыҡ талаптарҙы үтәп, карта номерын, уның икенсе яғындағы һәм смс-хәбәр менән килгән кодтарҙы әйтеп биреүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡала. Тағы бер ҡат хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: банк хеҙмәте бер ҡасан да һеҙгә шылтыратмай, шуға ла һөйләшеүҙе мотлаҡ туҡтатығыҙ. Әгәр аҡсаларығыҙ өсөн борсолаһығыҙ икән, картағыҙҙа күрһәтелгән «ҡыҙыу линия» номерына шылтыратығыҙ йәки банктың яҡындағы офисына барығыҙ.
Ауыл кешеләре һаман да «Авито» кеүек популяр сайттарҙа әйбер һатып алғанда йәки һатҡанда мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Улай ғына ла түгел. Күптәр яратып өлгөргән «Инстаграм» социаль селтәре лә мутлашыу майҙансығына әйләнде. Бында өҫ һәм аяҡ кейеме, косметика кеүек тауарҙар һатыусы интернет-магазиндар күбәйҙе, төрлө хеҙмәттәр ҙә тәҡдим ителә. Ә алдаҡсыларға шул ғына кәрәк.
- Кешеләр әйбергә заказ бирә, аҡсаһын түләй, артабан һатыусыларҙың акаунттары эшләмәй башлай йәки уларҙың телефондары “һүнә”. Заказ биргәндә иғтибарлы булырға кәрәк, шикле сайттарға инмәгеҙ, һатып алыусыларҙың фекерҙәрен уҡығыҙ, алдан түләргә тырышмағыҙ, - тип кәңәш итә Әҙилә Вәхит ҡыҙы.
- Ошо көндәрҙә таныш пенсионер ханым, уға шылтыратып, Раевкала организмды һауыҡтырыу буйынса сираттағы бушлай семинарға саҡырыуҙарын һөйләне. Яҡшы бүләктәр, хатта видеорегистратор вәғәҙә иткәндәр икән. “Мин бармайым, әлбиттә, бындай презентацияларҙан һуң ҙур кредиттар түләгән кешеләрҙе беләм бит”, - ти ул. Әммә теләүселәр барыбер буласаҡ. Уларҙы нисек иҫкәртергә һуң?
- Шикле килешеү ҡорбаны булып, кредитҡа батмаҫ өсөн, беренсенән, таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда психологик йоғонтоға бирешмәгеҙ. Әңгәмәсегеҙҙең баҫым яһай башлауын һиҙһәгеҙ, һөйләшеүҙе туҡтатығыз. Икенсенән, асылына төшөнмәйенсә, бер ҡасан да документтарга ҡул ҡуймағыҙ. Һәм, өсөнсөнән, банк картаһының кодын, паспорт мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ.
Ауыл кешеләре аҡсаһына “һунар” итеүселәр бынан башҡа ла аҙ түгел. Тиҙҙән яҙ етә, төҙөлөш, ремонт эштәре башланасаҡ, мутлашыусылар хатта бынан да файҙа таба икән. Уҙған йылдарҙа улар ҡайһы бер ауылдарҙа йөрөп, күптән ремонт күрмәгән йорттарға инеп төҙөлеш материалдары: берәүҙәргә профнастил, икенселәргә пластик тәҙрәләр алып килергә тәҡдим итәләр. Барыһы ла тәртиптә: документтарын да күрһәткәндәр, үлсәмдәрен дә алғандар, алдан түләгән өсөн чегын да биргәндәр, килешеү ҙә төҙөгәндәр. Тик бына аҡса ла, материал да һаман юҡ.
- Алдашыу алымдарын һанап бөтөрөп булмай. Шуға ла шикле тәҡдимдәргә ышанып бармағыҙ, аҡса бирер алдынан туғандарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Әгәр һеҙгә банк картағыҙҙың ябылыуы, яҡынығыҙҙың бәләгә осрап, аҡса һорауы тураһында хәбәр итһәләр, бүләк оттоғоҙ, тиһәләр, уяулығығыҙҙы юғалтмағыҙ, ҡат-ҡат тикшереп ҡарағыҙ. Һуңғы ваҡытта беҙҙә сит паспорттар буйынса ҙур суммаға онлайн-кредиттар алыу осраҡтары артты. Төп документығыҙҙы һаҡлағыҙ, әгәр юғалтһағыҙ, шунда уҡ полицияға хәбәр итегеҙ, - ти полиция лейтенанты Әҙилә Хәкимова.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Фото: drive2.ru