Әлшәй хәбәрҙәре
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Декабрь 2020, 17:30

Юлда - балалар

21 декабрҙән 15 ғинуарға тиклем районда “Иғтибар-балалар!” операцияһы үткәрелә.

Сараның маҡсаты - ҡышҡы каникулдар ваҡытында балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү.

Быйыл районда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында дүрт юл-транспорт һәләкәте теркәлгән. Бер бала һәләк булған, өсөһө тән йәрәхәттәре алған.

Баланы автомобилдә йөрөткәндә, мотлаҡ, хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар өсөн махсус яйланмалар ҡулланығыҙ. Улар авария ваҡытында баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.

Каникул ваҡытында балалар ваҡытын күберәк урамда үткәрә һәм ҡайһы берҙә юлда уйнауҙың хәүефле икәнен онота. Хөрмәтле шоферҙар, уларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ күҙәтегеҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: ҡышын автомобилдең тормоз юлы өс тапҡырға арта.

Хөрмәтле өлкәндәр! Тап һеҙҙең өлгөгөҙ балағыҙҙың ғына түгел, башҡа балаларҙы ла урамда тәртипле булырға өйрәтһен!

Светлана КРЕХОВА,

Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы.

Читайте нас: