Был дата авариялар һөҙөмтәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу ғына түгел, ә йәнә бер һаҡлыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрөүгә лә йүнәлтелгән. Йыл һайын юлдарҙа машиналар һәм мотоциклдар һаны арта, тиҙлек режимын күҙәтмәүселәр ҙә бихисап. Һөҙөмтә бер - юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмемәй.
Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһендә хәбәр итеүҙәренсә, ун ай эсендә район территорияһында һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр менән 23 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, был уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы өс аварияла ике кеше һәләк булған, икеһе зыян күргән. Бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер бала һәләк булған.
- Ҡыш әкренләп үҙ хоҡуҡтарына инә. Һауа температураһы түбәнәйә, ҡар төшә, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Шоферҙарҙың тиҙлек режимын һәм дистанцияны һаҡлауын, йәйәүлеләрҙең юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булыуын һорайбыҙ. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, юлдарҙа иҫән-имен йөрөгөҙ! – тип мөрәжәғәт итә әлшәйҙәргә ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе, полиция подполковнигы Салауат Ҡотлоев.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
Фото: opennov.ru