Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Октябрь 2020, 17:00

Ышанысыбыҙҙы тулыһынса аҡланығыҙ

Былтыр август айында Ҡырым ауылында сыҡҡан янғын бөтә ауылды тетрәндерҙе. Төндә йортобоҙҙо ут ялмап алды.

Аллаға шөкөр, барыбыҙ ҙа иҫән-һау. Күршеләргә рәхмәт, ярҙам иттеләр. Ә бөтә йорт-мөлкәтебеҙ, кейем-һалымға тиклем, янып юҡҡа сыҡты. Тик документтарҙы ғына алып сығырға өлгөрҙөк.

Ошондай ауыр мәлдә ауылдаштарыбыҙ беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы, ҙур ярҙам күрһәтте. Уларҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә һаулыҡтан айырмаһын.

Бәхеткә күрә, бар мөлкәтебеҙ “Ингосстрах” компанияһында страховкаланғайны. Беҙгә страховка суммаһын тулыһынса ҡайтарҙылар. Янғындан һуң йортобоҙҙоң таш стеналары өлөшләтә ҡалғайны, шуға бөтә аҡсаны түләмәҫтәр, тип уйлағайныҡ. Әммә Ингосстрах килгән зыянды тулыһынса ҡапланы. Раевка ауылы, Ауыл хәбәрсеһе урамы, 11 а адресы буйынса урынлашҡан офис компанияһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ беҙҙең ышанысты аҡланығыҙ! Беҙ шулай уҡ страховкалау агенты Р. Ж. Шиһаповаға айырыуса рәхмәтлебеҙ.

Бәлә һорап килмәй, тиҙәр. Ошондай аяныслы хәлгә ҡалмаҫ өсөн йорт-мөлкәтегеҙҙе страховкалағыҙ, һаҡлыҡ саралары тураһында алдан хәстәрлек күрегеҙ.

Владимир ЧИСТЯКОВ.

Ҡырым ауылы.

Фото: twitter.com

Читайте нас: