Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Октябрь 2020, 15:30

Бала ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин

Еңгә бәйләп ҡуйыла торған таҫмалар һәм браслеттар хәрәкәт иткәндә күренеп торорға тейеш.

Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары йыш ҡына тәүлектең ҡараңғы ваҡытында, яҡтылыҡ етешмәгәндә килеп тыуа, сөнки шофер кешене күрмәй һәм ҡапыл тормозға баҫып өлгөрмәй.

Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе фликер кеүек ябай ғына һаҡлыҡ сараһына битараф ҡарамаҫҡа кәңәш итә. Балалар кейемендә яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтарҙың булыуы үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын һиҙелерлек кәметеү мөмкинлеге бирә.

Яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтар түбәндәгесә урынлашырға тейеш:

аҫылмалы элементтарҙы (улар бер нисә булырға тейеш) яҡтылыҡ ҡайтарғыстар аҫҡа тиклем төшөп торһон өсөн иң яҡшыһы ҡайышҡа, билбауға, төймәгә беркетеү.

Еңгә бәйләп ҡуйыла торған таҫмалар һәм браслеттар хәрәкәт иткәндә күренеп торорға тейеш. Уларҙы еңдең тышҡы яғында, салбар балағында, шулай уҡ баш һәм аяҡ кейемдәрендә, өҫ кейеменең башҡа ерендә йөрөтөргә тәҡдим ителә.

Значоктар өҫ кейеменең теләһә ҡайһы ерендә беркетелергә мөмкин.

Сумканы, портфелде йәиһә рюкзакты арҡала түгел, ә уң ҡулда тоторға кәрәк.

Ҡараңғыла юлдың машиналар йөрөй торған өлөшөн аша сыҡҡанда яҡтылыҡ ҡайтарғыстар кейемдең уң яғына ла, һул яғына ла беркетелергә тейеш.

Светлана КРЕХОВА,

ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы.

Читайте нас: