Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Август 2020, 19:20

Юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау бәләгә килтерә

Йыл башынан районда иҫерек килеш руль артына ултырған 121 шофер тотолған.

Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса ете айҙа барлығы 3768 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланған. Матди зыян килтергән 183 транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 11 аварияла кешеләр зыян күргән. 16 кеше тән йәрәхәттәре алған, икәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған.

Ҡоро рәсми статистика һандары артында күпме юғалтыу ҡайғыһы, өҙөлгән ғүмерҙәр, күпме кешеләр яҙмышы. Ә бит уларҙы булдырмаҫҡа ла мөмкин ине.

- Быйыл тиҙлек режимын боҙоу, юл билдәләре һәм разметкалар талаптарын күҙәтмәү иң йыш ҡағиҙә боҙоу осраҡтары булды, - ти райондың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе, полиция подполковнигы Салауат Ҡотлоев.

Өс юл-транспорт ваҡиғаһында балалар зыян күрә. Мәҫәлән, район үҙәгендә июнда Медиктар урамы һәм авттрасса киҫелешендә йәйәүлеләр юлды аша сыҡҡан урында бер водитель ике ейәне менән өләсәйҙе бәрҙерә. Дүрт һәм ике йәшлек сабыйҙар төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Юл-транспорт һәләкәтендә шофер ғәйепле.

- Хөрмәтле әлшәйҙәр! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Хәрәкәт ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ! Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ! – тип иҫкәртә ЮХХДИ етәксеһе С. М. Ҡотлоев.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы уҡыу йылы алдынан районда «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү акцияһы башланды. Балаларҙың юл-транспорт фажиғәләрендә имгәнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән был сара 11 сентябргә тиклем дауам итә.

Фото:city-sochi.ru

Читайте нас: