Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Август 2020, 18:30

Тикшереүҙе кисектерергә ярамай

“Зинһар, әйтегеҙ әле, әлеге ваҡытта газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә өй һайын йөрөп газ ҡорамалдарын тикшерергә рөхсәт ителгәнме? Коронавирус ваҡыты бит”, - тип борсола ауылда йәшәүсе бер ханым.

Был һорау менән беҙ “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Бәләбәй ҡалаһындағы филиалына мөрәжәғәт иттек.

- Газ үткәреү объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе хеҙмәттәрҙең эшен тулыһынса туҡтатыу мөмкин түгел. Өҙлөкһөҙ газ менән тәьмин итеү һәм коммуналь инфраструктура эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе подразделениелар эшләргә тейеш, юғиһә кешеләр йылыһыҙ һәм газһыҙ ултырыуы мөмкин, газ селтәрҙәрендә авариялар артасаҡ, - тип яуап бирҙе идаралыҡтың документтар менән тәьмин итеү төркөмө етәксеһе секретары Зилә ХАННАНОВА.

- РФ Хөкүмәтенең “Газ селтәрҙәрен һәм ҡорамалдарын ҡулланғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары тураһында”ғы 410-сы ҡарарына ярашлы, техник хеҙмәтләндереү йылына бер тапҡырҙан да һирәгерәк үткәрелергә тейеш түгел. Газ компанияларының авария-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй (04, мобиль телефондан – 104) һәм газ еҫе сығыу тураһында хәбәр алыу менән тиҙ генә юлға сыға.

Предприятие етәкселеге хәлде ентекле күҙәтә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ҡулланыусыларҙың именлеген тәьмин итеү буйынса бөтә сараларҙы ҡабул итә. Компания хеҙмәткәрҙәре һәр көн иртән медицина хеҙмәткәрҙәре бүлмәһендә тән температураһын үлсәп, тикшереү үтә, улар антисептик саралар менән тәьмин ителгән, биналарҙы йыйыштырыу, йыуыу өсөн һәм ҡулдарҙы эшкәртеү өсөн дезинфекция саралары запасы булдырылған. Персонал тулыһынса коронавирус инфекцияһы билдәләре, ауырыу килеп сыҡҡан осраҡта шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртелгән.

Фото:gas.grodno.by

Читайте нас: