Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Август 2020, 17:00

Һыу ҡойонорға ғына киткәндер ҙә бит

Беҙҙең район йылға-күлдәрендә алты фажиғә теркәлде, ике әлшәйле һыуға батты.

Быйыл Башҡортостанда һыу ҡорбандары һаны буйынса үҙенсәлекле антирекорд ҡуйылды.

Ил сиктәрен ябыу, пандемия арҡаһында күптәрҙең һауыҡтырыу учреждениеларына ойошторолған ялға барыу пландары өҙөлдө. Шуға күрә тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр һаны күпкә артты, ә эҫе көндәр, июль селләһе кешеләрҙең көн һайын тиерлек һыуға батыуына килтерҙе. Фажиғәләрҙең күпселегендә алкоголь ғәйепле. Ә иң ҡыҙғанысы, өлкәндәрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында республиканың йылға-күлдәрендә балалар һыуға батты.

- Беҙҙең район йылға-күлдәрендә алты фажиғә теркәлде, ике әлшәйле һыуға батты. Ҡоро Ҡыҙыл йылғаһында 53 йәшлек Байдаковка ауылы кешеһенең, Уртатау быуаһында Әүрезтамаҡтан 27 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлдө. Күптәр иҫерткес эсемлектән һуң һыу инергә ярамағанын онота, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәрен үтәмәй. Бына шулар төҙәтеп булмаҫлыҡ бәләгә килтерә лә инде, - ти район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Моратхужин.

Һыу ҡойоноу миҙгеле тамамланды, яр буйҙарында ял итеүселәр ҙә күренмәй. Йәмле йәй тураһында онотолмаҫ тәьҫораттар һәм иҫтәлекле кадрҙар ғына ҡалды. Ә кемдер һыу ҡойонорға ғына киткән еренән яҡты донъя менән хушлашҡан яҡынын юғалтыу ҡайғыһынан өҙгөләнә …

Читайте нас: