Әлшәй хәбәрҙәре
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль 2020, 14:00

Һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ

Районыбыҙҙа яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуҙың 70-тән артыҡ раҫланған осрағы теркәлгән.

Ҡағиҙә булараҡ, COVID-19 еңел үтә, айырыуса балаларҙа һәм йәштәрҙә. Шулай ҙа, инфекцияның ауыр формаһы ла бар. Яҡынса биш осраҡтың береһендә ауырыуға дауаханала дауаланыу үтергә кирәк.

Грипп һәм коронавирус инфекцияһының билдәләре оҡшаш: тән температураһы юғары күтәрелә, өшөтә, баш ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, танау тона, йүтәлләтә, тын алыуы ауырлаша, мускулдар ауырта. Ҡайһы берҙә уҡшыта, ҡоҫтора һәм эс китә башлай.

Ауырыуҙың беренсе билдәләре күренеү менән, табип саҡыртырға, ауырыуға яҡындары, айырыуса балалар, өлкән йәштәгеләр һәм хроник ауырыуҙар менән яфаланыусылар менән аралашыуын сикләргә кәрәк. Шулай уҡ бинаны йыш елләтеү, өйҙө таҙа тотоу, мөмкин тиклем йышыраҡ мебель өҫтәрен йыуыу һәм дезинфекция яһау зарур.

Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлау өсөн даими рәүештә һәм ентекләп ҡулдарығыҙҙы йыуығыҙ, шулай уҡ респиратор гигиенаһы ҡағиҙәләрен (медицина битлектәрен кейеү) күҙәтегеҙ. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре кәңәштәрен үтәгеҙ, сәфәргә сығыуҙан һәм кешеләр күп йыйылған сараларға барыуҙан тыйылып тороғоҙ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Регина ХАННАНОВА,

поликлиникала махсуслаштырылған беренсе медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү мөдире.

Читайте нас: