Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Март 2020, 13:40

Яҙғы ташҡын бәлә килтермәһен

Быйыл яҙ иртә килде, тәүге гөрләүектәр аға башланы, тимәк, ташҡын да оҙаҡламаҫ.

Һыу ташҡанда хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү тураһында район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат МОРАТХУЖИН аңлата:
- Һыу кимәленең күтәрелеүе марттың икенсе яртыһында бары тик Дим йылғаһында ғына көтөлә, был уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 25 көнгә иртәрәк.
Районда 18 гидротехник ҡоролма урынлашҡан, шуларҙың иң ҙурҙары -Ыҫлаҡ һәм Уртатауҙа. Уларҙың барыһы ла планлы тикшереү уҙҙы һәм яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙер.
Һыу объекттарынан тыш, район халҡы өсөн ташҡын һыуҙарҙан, бигерәк тә ҡалҡыулыҡтар янында урынлашҡан участкаларға һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре йылға-күлдәргә яҡын йәшәгән халыҡҡа иҫкәртеү ҡағыҙҙары тарата. Халыҡҡа ауыл Советынан документтар көтөп тормайынса, мөгәрәптәрҙән, подвалдарҙан аҙыҡ-түлекте сығарырға, ҡош-ҡорт һәм малдарын ҡайҙа урынлаштырыуҙы алдан хәстәрләргә кәрәк.
фото/Pixabay
Читайте нас: