Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Ғинуар 2020, 14:05

Бер йылда – ете меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса,

2019 йылда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу осраҡтары үткән осор менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән: былтыр 515 булһа, 2018 йылда - 545. Эскән килеш руль артына ултырған 205 шофер тотолған. 361 юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә матди зыян килтерелеүе теркәлгән. Зыян күреүселәр менән 26 юл-транспорт ваҡиғаһы (+2) теркәлгән, уларҙа 33 кеше (+7) төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре алған, 6 кеше (+4) вафат булған. Балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы өс авария теркәлгән (+2).
Августа Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 73-сө километрында Өфөнән 30 йәшлек ҡатын Шишмә ҡасабаһы яғынан үҙебеҙҙең илдә сығарылған автомашинала хәрәкәт иткәндә рулгә идара итә алмай һәм автомобиль юл ситенә ауа. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә уның өс йәшлек улы зыян күрә.
- 2019 йылда 7146 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, айырыуса рөхсәт ителгән тиҙлек режимын арттырыу, юл билдәләре йәки разметка менән күрһәтелгән талаптарҙы күҙәтмәү осраҡтары йыш осрай. Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ – ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ! – тип иҫкәртә шоферҙарҙы һәм йәйәүлеләрҙе ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе Салауат Ҡотлоев.
фото/Pixabay
Читайте нас: