Янғын һүндереү бригадаһын саҡырыу һәм балаларҙы эвакуациялау менән кескәйҙәрҙең кәйефен төшөрмәү өсөн нимә тураһында онотмаҫҡа кәрәк?
Шыршы байрамында хәүефһеҙлек өсөн иртәлек үткәрелгән ойошма етәксеһе яуаплы. Сара алдынан бинаның янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тура килеү-килмәүен мотлаҡ тикшерергә кәрәк:
әгәр бинаның түбәһе тиҙ яныусан материалдарҙан эшләнгән булһа, байрам икенсе ҡаттан да юғары булмаған бинала уҙырға тейеш;
янып тороусы күрһәткестәр менән йыһазландырылған кәмендә ике эвакуация урыны булырға тейеш;
шыршыны янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы урынлаштырырға;
балалар байрамында хлопушкалар, бенгаль уттары һәм пиротехника ҡулланмаҫҡа;
төҙөк янғын һүндереү әйберҙәрен яҡында ғына тоторға.
Күптәр Яңы йыл байрамы мәшәҡәттәре менән тағы ла бер мөһим нимәне – байрамда ҡатнашыусы барлыҡ балаларҙың, өлкәндәрҙең һәм саҡырылған артистар исемлеген төҙөргә онота. Янғын була ҡалһа, эвакуацияланған кешеләрҙе исемлек менән сағыштырырға еңел буласаҡ.
Шыршы байрамында балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ата-әсәләр ҙә онотмаҫҡа тейеш. Балағыҙҙың карнавал кейемендә тиҙ тоҡаныусан биҙәнгестәр булмауын тикшерегеҙ.
Хөрмәтле әлшәйҙәр! Һеҙгә Яңы йыл һәм Раштуа байрамдарын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәреүегеҙҙе теләйбеҙ!
Рәсәй Эске эштәр министрлығы БР буйынса идаралығының күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше буйынса Дәүләкән район-ара бүлеге инспекторы.
Йыл башынан Әлшәй районында 127 янғын сығыу осрағы теркәлгән, утта биш кеше һәләк булған, береһенең тәне бешкән.