Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Декабрь 2019, 20:35

Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

Башҡортостан биләмәһендәге федераль юлдарҙа фотовидеотеркәү камералары ҡабаттан эшләй башлаясаҡ.

Уларҙы, ведомство-ара килешеү булмағанға, сентябрҙә һүндереп торғайнылар. Федераль үҙәк камераларҙы кем ҡараясағын билдәләне. Улар Росавтодор ҡарамағында буласаҡ. Республикалағы федераль трассаларҙа 1 июлгә ҡарата 59 камера бар ине. Дөйөм алғанда, йыл аҙағынаса фотовидеотеркәү комплекстары һаны 540-ҡа етәсәк. Шуларҙың 62-һе республика ҡаҙнаһы иҫәбенән алына, 20-һе "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса, ҡалғандары сервис контрактына ярашлы. 2020 йылда тағы ла 459 камера алыу күҙаллана. Штрафтар төбәк бюджетына бара. Авариялар һаны кәмегән, үлеүселәр ҙә әҙәйгән. Был ыңғай үҙгәреш. Йыл башынан алып, ун айҙа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны 18,2 процентҡа әҙерәк. Йәрәхәттәр алыусылар ҙа кәмей. Дөйөм алғанда, юл-транспорт ваҡиғалары 6,3 процентҡа әҙәйгән.
фото/яндекс
Читайте нас: