Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Октябрь 2019, 13:52

Имен булһын юлдарыбыҙ!

"Әммә шулай ҙа... 292 кешенең ғүмере өҙөлгән... Әгәр “осоп” йөрөүҙән туҡтамаһағыҙ, беҙ ни генә эшләһәк тә, ғаилә фажиғәләре артасаҡ".

“Юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн беҙ күпте эшләйбеҙ – соҡорҙарҙы ямайбыҙ, камералар, яҡтыртҡыстар, юл билдәләре ҡуябыҙ, тамғалар һыҙабыҙ... Был ҡотҡара ла – уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, быйыл юлдарҙа һәләк булыусылар һаны 57-гә аҙыраҡ. Әммә шулай ҙа... 292 кешенең ғүмере өҙөлгән... Әгәр “осоп” йөрөүҙән туҡтамаһағыҙ, беҙ ни генә эшләһәк тә, ғаилә фажиғәләре артасаҡ, һәләк булғандарҙы ерләйәсәкбеҙ һәм зәғифтәрҙе тәрбиәләйәсәкбеҙ”, тип мөрәжәғәт итте республика халҡына Радий Хәбиров күптән түгел социаль селтәрҙәрҙә.

Районыбыҙҙа юлдарҙағы хәүефһеҙлек тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе, полиция подполковнигы Салауат ҠОТЛОЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ.

- Салауат Муса улы, әйҙәгеҙ, һандарҙан башлайыҡ.

- Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса районда 5427 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлде. Шуның 430 осрағында ҡағиҙәләр тупаҫ боҙолған, бының өсөн машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡаралған. 17 юл-транспорт ваҡиғаһы ҡылынған, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, ете аварияға күберәк. Уларҙа биш кеше (+3) һәләк булған, 24-е (+14) төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике аварияла балалар зыян күргән.

- “Камералар, яҡтыртҡыстар, билдәләр ҡуябыҙ, юл тамғалары һыҙабыҙ”, – тип яҙа республика Башлығы. Был йәһәттән беҙҙә нимәләр эшләнә?

- Юл тамғалары, билдәләр яңыртылды, светофорҙар, фото һәм видеотеркәү камераларына килгәндә иһә, беҙҙең юлдарҙа әлегә яңылары ҡуйылмаясаҡ. Мәктәптәр, балалар баҡсалары эргәһендә йәйәүлеләр өсөн сик билдәләре ҡуйылды. Шулай уҡ, күптәр иғтибар иткәндер, Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлында Раевканан сыҡҡан урында яҡтыртҡыстар пәйҙә булды.

- Социаль селтәрҙәрҙә күптәр район үҙәгендә юлдарҙы ремонтлағандан һуң авариялар күбәйҙе, тип зарлана....

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шулай. Юлдар яҡшырһа ла авариялар һаны артты. Юл фажиғәләре йыш булған урамдар исемлегенә Киров, Коммунистик урамдарын индерергә мөмкин. Бында төп сәбәп – тиҙлек режимын күҙәтмәү. Шуға ла беҙ хәүефле участкаларҙа махсус барьерҙар урынлаштырыу тәҡдиме менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.

- 1 октябрҙән автобустарҙа балалар йөрөтөү һәм Европротокол төҙөүгә ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләр ҙә үҙ көсөнә инде.

- Яңы ҡағиҙәләр буйынса хәҙер хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған автобустарҙы ҡулланыу талабы ҡала-ара ғына түгел, ҡала эсендә һәм ҡала яны транспортына ла ҡағыла. Бынан тыш, оҙатып барыусылар автобус ҡуҙғалыр алдынан һәм юлда барғанда балаларҙың хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктергәнме-юҡмы икәнлеген контролдә тоторға, уларҙың автобуста урындарынан тороп йөрөмәүен күҙәтергә тейеш.

Балалар йөрөткән автобустарға идара итеүгә D категорияһында кәмендә бер йыл эш стажы булған шоферҙар йәлеп ителә. Шулай уҡ балаларҙы ҡала һәм ҡала яны транспорт сараларында йөрөтөү планлаштырылыуы тураһында Дәүләт автоинспекцияһына хәбәр ебәреү сроктарында ла үҙгәрештәр бар.

- Дәүләт автоинспекцияһы, йәғни Европротокол ҡатнашыуынан тыш юл-транспорт ваҡиғаһын теркәү ҡағиҙәләре лә ябайлаштырылды.

- Эйе, 1 октябрҙән юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙың авария хәленә бәйле фекер төрлөлөгө хәҙер машинаға 100 мең һумға тиклем зыян килгәндә үҙ аллы рәүештә Европротокол төҙөүгә ҡаршылыҡ була алмай. Автомобилгә килгән зыян суммаһы 100 меңдән 400 мең һумға тиклем тәшкил итһә, мотлаҡ “ДТП. Европротокол” махсус ҡушымтаһы булыу талап ителә. Протоколда ваҡиғаның деталдәре күрһәтелергә, ентекле һүрәтләмә һәм фототеркәү менән килтерелгән зыян һанап үтелергә тейеш. Хәйер, бындай протоколды бәрелешеүҙә тик ике генә автомобиль ҡатнашҡан, ике хужа ла ОСАГО буйынса страховкаланған, зыян күреүселәр – шоферҙар, пассажирҙар, йәйәүлеләр булмаған, юл-транспорт ваҡиғаһында ҡатнашҡан автомобилдәргә генә зыян килтерелгән һәм ул 400 мең һумдан артмаған (элек зыян суммаһы 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш ине) осраҡта ғына төҙөргә мөмкин. Әгәр юғарылағы ошо шарттарҙың береһе генә күҙәтелмәһә, ЮХХДИ инспекторҙарын саҡыртырға кәрәк.

- Фәһемле кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт, Салауат Муса улы.

- Форсаттан файҙаланып, автомобиль йөрөтөүселәргә мөрәжәғәт иткем килә. Көҙ етте, урамда тиҙ ҡараңғы төшә, йәйәү йөрөүсе балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙы файҙаланмай, шунлыҡтан, уяу булығыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Һәм шуны онотмағыҙ: юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере һәм һаулығы һеҙгә бәйле.

Читайте нас: