Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Август 2019, 16:49

Балаларҙы һаҡлағыҙ!

12 августан 9 сентябргә тиклем районда “Иғтибар – балалар!” тип аталған профилактик сара үткәрелә,

ул балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелә.

Статистиканан күренеүенсә, балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе август-сентябрь айҙарында теркәлә. Был башлыса балаларҙың мәктәпкә бер үк маршрут буйынса йөрөүенә һәм ваҡыт үтеү менән юл хәлдәренә күнегеүенә бәйле. Әммә бының кире яҡтары ла бар: әгәр иғтибарҙы һәм уяулыҡты юғалтһаң, юлдарҙа килеп сыҡҡан төрлө хәлдәрҙә яңылышырға ла мөмкин.

“Иғтибар – балалар!” операцияһы барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙә профилактик әңгәмәләр үткәрә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеге тураһында тағы ла бер тапҡыр балаларҙың иҫенә төшөрә.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күреп, һәр ваҡыт был дөрөҫ, тип уйлай. Шуға ла, ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп, һеҙ балаларығыҙға өлгө күрһәтәһегеҙ, бының менән юлдарҙа төрлө хәлдәр килеп тыуғанда дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә, үҙ һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәһегеҙ. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Светлана КРЕХОВА,

Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы.

фото/яндекс

Читайте нас: