Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
3 Апрель 2019, 14:43

“Ҡыҙыл әтәс” аямай

Йыл башынан республикала янғындарҙа 91 һәләкбулды, был үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 22 осраҡҡа күберәк.

Күптән түгел Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров бына шундай күңелһеҙ статистика тураһында хәбәр итте.
Янғын күҙ асып йомған арала йылдар буйы йыйған мөлкәтеңде юҡҡа сығара, утта яҡын кешеләрең һәләк була – бындай фажиғәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең районда ла йыш булып тора. Быйыл 12 янғын осрағы теркәлде, унда өс кеше һәләк булды.
- Янғындарҙың төп сәбәбе булып элеккесә электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, мейестән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү тора, - ти 62-се янғын часы етәксеһе Венер Арыҫланов. – Бынан сығып шундай һығымта яһарға мөмкин – янғындарға күбеһенсә кешеләрҙең битарафлығы арҡаһында юл ҡуйыла. Шунлыҡтан ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәкләге тураһында онотмағыҙ.
Иң элек йортта электр селтәре торошона иғтибар итегеҙ, ҡыҫҡа ялғаныш килеп сыҡмаһын өсөн унда көсөргәнеш тыуҙырмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә телевизор, көнкүреш электр приборҙарын,газ плитаһын һүндерергә онотмағыҙ. Тиҙ янып китеүсән материалдар менән эш иткәндә, тәмәкә тартҡанда һаҡ булығыҙ.
Өлкәндәрҙең ғәмһеҙлек күрһәтеп, балаларҙың үҙҙәрен генә йорта ҡалдырып китеүе һәм уларҙың ут менән шаярыуы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерә – һуңғы өс йылда республикала 35 бала янып үлде, быйыл иһә биш бала янғын ҡорбаны булды. Бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында янғын сығыу тураһында хәбәр итеүсе яйланмалар булдырылды. Әгәр элек автономиялы датчиктар социаль яҡтан ауыр хәлдәге балалы ғаиләләргә, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә бушлай бирелһә, быйыл ғинуарҙан алып бындай ҡоролмалар балалары тыуған бөтә ғаиләләргә лә бирелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, янғын датчиктары ҡуйыу һөҙөмтәһендә республикала 80 кешенең, шул иҫәптән 47 баланың ғүмере ҡотҡарылған.
- Датчиктар ҡиммәт түгел, әммә улар һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлай ала. Шунлыҡтан уларҙы һәр йортта ҡуйһаң, һәйбәт булыр ине, - тип кәңәш бирҙе Венер Мөнир улы.
Көндәр йылыныу менән ихаталарҙы, урамдарҙы сүп-сарҙан, ҡоро үләндән таҙартыу буйынса өмәләр башлана.
- Сүп-сарҙы яндырыу ҡәтғи тыйыла! – тип иҫкәртә янғын часы етәксеһе В. М. Арыҫланов. - Әҙ генә ел иҫеү менән дә ҙур булмаған усаҡтан көслө янғын сығыуы ихтимал. Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.
Янғын сыҡҡанда 01, 101 (кеҫә телефоны буйынса), 112 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.
Читайте нас: