Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Октябрь 2018, 12:00

Ашығыуҙар килтермәһен үкенескә

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған кеше арҡаһында ғаилә пары һәләк булған.

Былтыр ноябрҙә Казанка ауылынан 33 йәшлек ир ҡараңғы ваҡытта асфальт юлда еңел автомобилгә идара иткәндә “Уҙып китеү тыйыла” тигән юл билдәһен күҙәтмәй “КамАЗ” автомашинаһын уҙып китергә уйлап, ҡаршы хәрәкәт юлына сыға һәм икенсе автомобиль менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ҡаршыға килгән машинаның пассажиры – шоферҙың ҡатыны фажиғә урынында һәләк була. Ә шофер үҙе Раевка үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була.

Әлшәй район суды аварияла ғәйепләнеүсегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы һәм уны өс йылға транспортҡа идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, колонияға ебәреү менән өс йылға иркенән мәхрүм итте. Республика Юғары судының апелляция ҡарары был язаны үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

А. ЗАҺИҘУЛЛИНА,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: