Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Октябрь 2018, 12:17

Керчтағы фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы

Сираттағы ҡот осҡос ваҡиға, Ҡырымдың Керчь ҡалаһында бик күп кешеләрҙең һәләк булыуы, бөтәһен дә тетрәндерҙе.

Үткән шаршамбыла политехник колледжда шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 21 кеше һәләк булды, 50гә яҡыны йәрәхәт алды, уларҙың күбеһе - студенттар. Колледждың дүртенсе курсында уҡыусы, башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылып тормаған 18 йәшлек егет, ҡулына ҡорал алып, дуҫтарына, уҡытыусыларына ут аса. Теракттан һуң ул үҙ-үҙенә ҡул һала.
Ни өсөн егет бындай аҙымға барған, ярҙамсылары булғанмы, быны тикшереү асыҡлаясаҡ. Ә хоҡуҡ һаҡсылары уяулыҡты арттырыу кәрәклеге тураһында йәнә иҫкә төшөрә. Шикләнеүҙәрегеҙ, үҙҙәрен тыныс тотмаған кешеләр, шулай уҡ йәмәғәт урындарында ҡалдырылған хужаһыҙ әйберҙәр (сумкалар, пакеттар, төргәктәр) тураһында полицияға хәбәр итегеҙ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районындағы бүлеге телефондары: 02, 3-12-09, 3-07-19, ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыуҙың берҙәм номеры: 112. Эске эштәр министрлығының республика буйынса “ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92.
Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: