Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Октябрь 2018, 14:49

Яҡтыртҡыстар ҡулланығыҙ!

Был көндәрҙә мәғариф ойошмаларында “Балаларға яҡтылыҡ ҡайтарғыстар!” тип аталған иҫкәртеү сараһы уҙа.

Акцияның маҡсаты - балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү һәм уларҙың юлдарҙа йәрәхәтләнеүенә юл ҡуймау өсөн яҡтылыҡ ҡайтартҡыстарҙы ҡулланыуҙы популярлаштырыу.
Фликер (яҡтылыҡ ҡайтартҡыс) – йәйәүлеләрҙе алыҫтан күрһәтеүсе ялтырауыҡ билдә генә түгел. Ул кешене иғтибарлы булырға өндәй. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү менән бергә кейемдең төҫө лә хәүефһеҙлек билдәһе булып тора. Бөтә ата-әсәләр ҙә ҡара төҫтәрҙәге кейем һайлағанда быны аңламай. Ә бит ҡара төҫтәрҙәге кейем кейгән йәйәүлеләр ҡараңғы ваҡытта, насар һауа шарттарында бөтөнләй күренмәй тиерлек. Тап ҡара төҫтәге кейемлеләр юл фажиғәләренә йышыраҡ осрай ҙа инде.
Балалар кейемдәре етештереүселәрҙең күбеһе уларҙың матур һәм уңайлы булыуы тураһында ғына түгел, ә йәйәүленең хәүефһеҙлеге тураһында ла уйлап, яҡтылыҡ ҡайтартҡыс элементтар: курткаларҙа һүрәттәр, төрлө һыҙаттар ҡуллана. Кейем һайлағанда тап шундай моделдәргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки фликерҙарҙың башҡа төрлө формаларын алып, сумкаға, курткаға, санаға, коляскаларға, велосипедтарға йәбештерергә кәрәк. Сөнки тап яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланыу ҡараңғыла йәйәүлеләрҙең транспорттан тапалыу хәүефен 6,5 тапҡырға кәметә!
Хөрмәтле өлкәндәр! Балағыҙ юлда барғанда уны шоферҙар күрһен өсөн кейемендә яҡтылыҡ ҡайтартыусы элементтар булдыру сараларын күрегеҙ. Әйҙәгеҙ, тормошобоҙҙағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ – үҙебеҙҙең киләсәгебеҙ булған балаларыбыҙҙы хәүеф-хәтәрҙән һаҡлайыҡ!
Зилә ЧУПОВА,
мәғариф бүлеге баш инспекторы.
Читайте нас: