Әлшәй хәбәрҙәре
-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Август 2018, 11:42

Районда “Трактор” операцияһы уҙҙы

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса айлыҡ уҙҙы.

Айлыҡ сиктәрендә район буйынса рейд үткәрелде. Раевка-Ҡырғыҙ-Миәкә юлынан алыҫ түгел Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте тракторсы-машинисы Анатолий Уманцов МТЗ-82 тракторында сүп үләндәрен саба ине. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Әлшәй районы буйынса баш дәүләт инспекторы У. С. Гәрәев, бөтәһенән элек, уның документтары булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды.

Кәрәкле документтар, шулай уҡ ут һүндергес, медицина аптечкаһы, авария туҡталышы һәм “Аҡрын йөрөшлө транспорт сараһы” билдәләре - бөтәһе лә бар ине. Тракторҙың техник торошо ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. Тәгәрмәсле үҙйөрөшлө машинаның контроль картаһы ла иҫкәрмәләрһеҙ тултырылған.

Сураҡай ауылынан Камил Сәхибгәрәев та етешһеҙлектәрһеҙ эшләй ине. Уның МТЗ-80 тракторы ла планлаштырылмаған тикшереүҙе уңышлы үтте.

-Район буйынса үҙйөрөшлө техниканы файҙаланғанда хоҡуҡ боҙоу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Уҙған йылдарҙың шул уҡ осорҙарындағы “Трактор” операцияһы һөҙөмтәләре лә шуны иҫбатлай. Был, контроль сараларҙан тыш, беҙҙең хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү эшен көсәйтеүебеҙгә бәйле. Юл хәрәкәте, техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоусыларға штраф һалына, - тип билдәләне Урал Солтан улы.

Районда бөтәһе 16 рейд үткәрелде, 156 берәмек техника тикшерелде. Үҙйөрөшлө 33 машина хужаһы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, вазифалы өс кешегә һәм өс тракторсы-машинистҡа яза бирелде. Етешһеҙлектәр башлыса теркәлмәгән һәм техник ҡарау үтмәгән үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыуға, яҡтылыҡ приборҙарының төҙөк булмауына, ОСАГО страховка полисы һәм тейешле тракторсы-машинист таныҡлығы булмауға бәйле.

Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт инспекторы У. С. Гәрәев техника төҙөклөгөн һәм кәрәкле документтарҙың булыуын тикшерә.