Йәйге ҡояшлы көндә һалҡынса һыуҙа ҡойоноу сәләмәтлекте генә нығытмай, кәйефте лә күтәрә. Әммә һыуҙың ниндәй хәүефле икәнен дә онотмаҫҡа кәрәк. Йыл һайын йылға-күлдәрҙә йөҙләгән бәхетһеҙлек осраҡтары булып тора.
- Ялығыҙҙы күңелһеҙ хәлдәр менән боҙмағыҙ. Әгәр һыу буйында ял итергә уйлаһағыҙ, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Айырыуса һыу буйында иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусыларҙың күп булыуы борсой. Статистика буйынса, тап улар йышыраҡ һыуға бата, - ти район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Моратхужин.
-Иң яҡшыһы иртән йәки кисен һыу ҡойонорға. Ҡояшта оҙаҡ булғандан һуң күләгәлә тороғоҙ, бер аҙ “һыуынғас” ҡына һыуға инегеҙ. Һыу һәм һауа температураһы алмашыныуына тән күнекһен өсөн быны әкренләп эшләгеҙ.
Өрөп ҡабартылған матрастарҙа һәм түңәрәктәрҙә ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ, ас килеш йәки ашағандан һуң ҡойонмағыҙ. Әгәр йөҙгәндә арыһағыҙ йәки өшөй башлаһағыҙ, тиҙерәк һыуҙан сығығыҙ.
Берҙәм ҡотҡарыу телефоны – 01, кеҫә телефонынан – 112.