Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Май 2018, 11:14

Балалар хәүефһеҙлеге өсөн һәр кем яуаплы

Йыл башынан районда балиғ булмағандар ҡатнашлығында ике енәйәт ҡылынған, өйҙән һәм балалар учреждениеларынан рөхсәтһеҙ сығып китеүҙең өс осрағы теркәлгән.

Ошо көндәрҙә белем биреү усаҡтарында һәм балалар өсөн махсуслаштырылған учреждениеларҙа “Үҫмер. Закон. Хәүефһеҙлек” тип аталған иҫкәртеү саралары уҙа.

Йыл башынан районда балиғ булмағандар ҡатнашлығында ике енәйәт ҡылынған, өйҙән һәм балалар учреждениеларынан рөхсәтһеҙ сығып китеүҙең өс осрағы теркәлде.

Сара сиктәрендә, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре (законлы вәкилдәре) араһында хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ мәсьәләһе буйынса аңлатыу эше алып барыла. Һәр бала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙен нисек тоторға кәрәклеген белергә тейеш.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Әгәр балаға хәүеф янағанын белһәгеҙ, тейешле сара күрегеҙ. Әгәр танышығыҙҙың йәки күршегеҙҙең балаһына ҡарата көс ҡулланыуын, яҡындары уны йәберләүен күрһәгеҙ, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ.

Эльвира НУРҠАЕВА,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса бүлексәһе өлкән инспекторы.

Читайте нас: