Республикабыҙҙа талпан энцефалиты буйынса эпидемиологик хәл көсөргәнешле ҡала, инфекцияның таралыу даирәһе киңәйә. Йыл һайын был сирҙең инвалидлыҡҡа килтергән, кешеләрҙең үлеме менән тамамланған осраҡтары теркәлә.
Талпан энцефалиты – башлыса үҙәк нервы системаһын зарарлаусы тәбиғи-сығанаҡлы вируслы ауырыу. Сир кешегә вирус менән зарарланған талпан тешләүе аша йоға. Уны кәзә, һыйыр һөтө аша ла йоҡторорға мөмкин, шунлыҡтан талпан энцефалиты буйынса имен булмаған биләмәләрҙә был продукттарҙы ҡайнатып ҡына эсергә кәрәк.
Ауырыу киҫкен башлана һәм ҡалтырата, бик ныҡ баш ауырта башлай, тән температураһы 38-39 градусҡа тиклем күтәрелә, күңел болғана, ҡоҫтора, бигерәк тә муйын, арҡа, бил һәм аяҡ-ҡул мускулдары ауырта. Был билдәләр беленеү менән ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда тәнде тулыһынса ҡаплап тороусы кейем һәм баш кейеме кейеү зарур. Салбар балағын аяҡ кейеменә ҡыҫтырырға, репелленттарҙан файҙаланырға кәрәк. Талпан ғәҙәттә тәндең йомшаҡ урындарына – баш, муйын, ҡолаҡ артына ҡаҙала. Шуға ла тәнегеҙҙе һәм кейемегеҙҙе даими тикшереп тороғоҙ.
Талпан ҡаҙалған осраҡта уны бөтөн килеш, иң яҡшыһы медицина учреждениеһында, тартып алырға кәрәк. Уны һис кенә лә ҡул менән һытырға ярамай, сөнки вирустың тиренең зарарланған участкалары аша ҡанға эләгеүе мөмкин. Талпан тешләгән урынды йод һәм спирт менән эшкәртегеҙ.
Тышҡы ҡиәфәте буйынса талпандың зарарланған йәиһә зарарланмаған булыуын билдәләп булмай. Уны бөжәкте тикшергәндән һуң ғына асыҡларға мөмкин, бының өсөн Дәүләт санитария-эпидемиология күҙәтеүе үҙәгенә (Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, 103-сө бүлмә. Эш ваҡыты: 9 сәғәттән 16 сәғәт 30 минутҡа тиклем. Тел. 8 (347) 287-85-23) мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпанды бөтөн килеш тығыҙ ҡапҡаслы таҙа быяла һауытҡа һалырға һәм лабораторияға алып килергә. Талпан энцефалитына һәм талпан боррелиозына анализ түләүле – 700 һум тирәһе.
Әгәр талпан зарарлы булһа, зыян күреүсегә талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулин индерелә. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, бөжәк ҡаҙалғандан һуң тәүге өс көндә генә иммуноглобулин индереүҙең профилактик файҙаһы була. Әгәр талпанды һаҡламаһағыҙ һәм тикшермәһәгеҙ, сирҙе иҫкәртеү өсөн аптекаларҙа вирусҡа ҡаршы йодантипирин препараты бар.
Раевка үҙәк район дауаханаһы инфекционисы.