Район прокуратураһы транспорт хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау өлкәһендә ҡануниәт талаптары үтәлешен тикшерҙе.
Интернет мониторингы барышында ялған ОСАГО полистары һатыу тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған алты сайт асыҡланды. Бындай сайттарҙан ирекле файҙаланыу граждандарҙың административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм енәйәттәр ҡылыуына булышлыҡ итә. Шуға бәйле район прокуроры сайттарҙан ирекле файҙаланыуға сик ҡуйыуҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итте.
Суд прокуратураның талабын ҡәнәғәтләндерҙе. Суд ҡарарҙары законлы көсөнә ингәндән һуң интернет-ресурстарға ирекле инеүҙе тыйыу өсөн Роскомнадзорға ебәреләсәк.
район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.