Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Май 2018, 12:16

Бик күп етешһеҙлектәр асыҡланған

Район прокуратураһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәрен йәлеп итеп, сауҙа үҙәктәрендә тикшереү үткәрҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙың бик күп осраҡтары асыҡланды, атап әйткәндә:


район үҙәгендәге сауҙа-күңел асыу комплекстары янғын һүндереү ҡоролмаһы менән йыһазландырылмаған, бер нисә объектта бындай ҡоролмалар төҙөк түгел;

автоматик янғын һүндереү ҡоролмалары системаһы булдырылмаған;

янғынға ҡаршы һаҡ системалары һәм сараларҙың эшләү-эшләмәүе буйынса тикшереүҙәр ойошторолмаған;

автоматик янғын сигнализацияһы, хәбәр итеү системаһы эшләмәй;

йыш ҡына эвакуация юлдарында сауҙа киоскылары урынлашҡан, ә сығыу юлдарына техник инвентарь ҡуйылған. Электрощиттарҙа яғыулыҡ материалдары өйөлгән.

Бынан тыш, “Купец” сауҙа үҙәгенең дүртенсе ҡатында дөйөм майҙаны 70 кв.м тәшкил иткән уйын бүлмәһе урынлашҡайны. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, сауҙа-күңел асыу комплекстарында балалар өсөн уйын зоналары икенсе ҡатта урынлашырға һәм эвакуация сығыу юлдарынан 20 метрҙан да алыҫ булмаҫҡа тейеш.

Сауҙа үҙәктәре хужаларына, шулай уҡ яуаплы вазифалы кешеләргә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.4 статьяһы (янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоу) буйынса административ эш ҡуҙғатылды, уларҙың бөтәһе лә тикшерелде һәм ҡәнәғәтләндерелде. Бер осраҡ буйынса иҫкәртеү билдәләнде, ҡалғандарға 6 мең һумдан 20 мең һумға тиклем штраф һалынды.

А. ХАФИЗОВА,

район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Читайте нас: