Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Апрель 2018, 11:11

Бәләгә юл ҡуймайыҡ

Яҙын һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән, ел көсәйеү менән хатта бәләкәй генә усаҡтың да торлаҡ йорттарға һәм тотош ауылдарға ҙур зыян килтереүе мөмкин.

Һәр кеше йылы көндәрҙе шатлыҡ һәм өмөт менән көтөп ала. Алда торған отпуск, ял һәм байрам көндәрендә тәбиғәт ҡосағында ял итеү, йорт яны участкаларында эшләү – быларҙың бөтәһе лә оҙайлы ҡыштан иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү мөмкинлеге бирә. Ләкин шуны оноторға ярамай, ҡар иреп, ташҡын һыуҙар ағып бөткәс, янғын сығыу ҡурҡынысы ла арта.

Йорт территорияһында ҡоро үлән, сүп-сар яндырғанда ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙең йыш ҡына бәләгә килтереүе мөмкин – янғындарҙың 50 процентына тиерлек тап ошо сәбәпле юл ҡуйыла. Янғын сығыу осраҡтарының күбәйеүе айырыуса апрель-май айҙарына тура килә.

Яҙын һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән, ел көсәйеү менән хатта бәләкәй генә усаҡтың да торлаҡ йорттарға һәм тотош ауылдарға ҙур зыян килтереүе мөмкин.

Көндәр ҡоро һәм эҫе торғанда һәм көслө ел иҫкәндә, шулай уҡ янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәндә биләмәләр, предприятиелар территорияларында усаҡ яғыу, билдәле бер участкаларҙа янғын сығыу ҡурҡынысы менән янаған эштәр башҡарыу, мейес яғыу, ҡаҙанлыҡ ҡоролмаларынан файҙаланыу тыйыла.

Граждандар торлаҡ йорттарға һәм башҡа ҡаралты-ҡураларға яҡын участкалар, ҡоролмалар һәм биналар араһындағы территорияны яныусы ҡалдыҡтарҙан, ҡойолған япраҡтан, көнкүреш ҡалдыҡтарынан ваҡытында таҙартырға, кипкән үләнде сабырға бурыслы. Һәр торлаҡ йорт эргәһенә һыу тултырылған һауыт йәки кәмендә 10 литрлы ут һүндергес ҡуйырға кәрәк.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға – 2000 һумдан алып 4000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 15-30 мең һум һәм юридик шәхестәргә 200 мең һумдан 400 мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған.

Янғын йәки янып китеү билдәләрен – төтәй башлау, көйөк эҫе килеүен тойған осраҡта, был хаҡта “112” мобиль телефонына йәки “01” телефоны буйынса янғын һағына кисекмәҫтән хәбәр итегеҙ.

Янғын сығыу ҡурҡынысы булған яҙғы-йәйге осор – барыбыҙ өсөн дә хәүефле ваҡыт. Граждандарҙы был осорҙа айырыуса иғтибарлы булырға һәм ут менән һаҡ эш итергә саҡырабыҙ.

Фларит ҠОРБАНҒӘЛИЕВ,

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Дәүләкән район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге инспекторы.

Читайте нас: