Районда газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау айлығы уҙҙы. Сараның төп маҡсаты – ҡулланыусыларҙың газ ҡорамалдарын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен үтәүгә тағы ла бер тапҡыр иғтибарын йүнәлтеү.
Сер түгел, әгәр “зәңгәр” яғулыҡ ҡулланыусылар һирәк булһа ла “Осҡондо янғынғаса һүндер, бәләне килгәнсе бор” тигән халыҡ әйтемен иҫкә төшөрһә, бик күп фажиғәләр булмаҫ ине. Айлыҡ барышында район хакимиәте белгестәре, идарасы компаниялар вәкилдәре, Торлаҡ милекселәре ширҡәте, “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәтенең Бәләбәй ҡалаһындағы филиалы хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары ингән комиссия ағзалары район халҡына тап ошо алтын ҡағиҙәне еткерергә тырышты.
Бер квартирала ғына ла газ ҡорамалдарының төҙөк булмауы бөтә күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең ғүмеренә хәүеф менән янай. Шуға ла район үҙәгендә һәм Шафран ауылындағы күп фатирлы йортта йәшәүселәр иғтибар үҙәгендә булды, улар - хәүеф төркөмөнә ингән имен булмаған ғаиләләр, физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, яңғыҙ инвалидтар. Тикшереү барышында белгестәр вентиляция каналдары, төтөн юлдары, газ плиталары һәм ҡаҙандар торошон ҡараны, уларҙың дөрөҫ тоташтырылыуына иғтибар итте.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бығы тиклем булған күңелһеҙ хәлдәр ҡайһы бер вайымһыҙ граждандарҙы бер нимәгә лә өйрәтмәй, - ти район хакимиәтенең муниципаль торлаҡ инспекторы - баш белгес Вероника Афанасьева. – Күптәр бындай ваҡиғаларҙың газ приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһе икәнен аңламай. Үҙ белдеге менән газ ҡорамалы ҡуйыу, вентиляция каналдарын, төтөн юлдарын ябыу, газ хужалығы белгестәренең техник тикшереүенән баш тартыу – йыш осрай торған осраҡтар. Ә газ ҡорамалдарын хәүефһеҙ файҙаланыуҙа яуаплылыҡ милекселәр иңендә һәр кем яҡшы белә.
Айлыҡ йомғаҡтары буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә вайымһыҙ ҡараған граждандарға ике аҙна эсендә хаталарҙы бөтөрөүгә белдереү ҡағыҙҙары бирелде.