Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Апрель 2018, 12:51

Урмандарҙы һаҡлайыҡ

Урманда янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ: 8 (34754) 3-01-51 – Әлшәй урман хужалығы, 8 (347) 218-14-14 – республика Урман хужалығы министрлығындағы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе пункт.

Янғын сығыу ҡурҡынысы янаған миҙгел яҡынлашыуына бәйле, әлшәйҙәрҙе ихаталарында сүп-сар яндырмаҫҡа, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн һәм тиҙ янып китеүсе материалдарҙы төрлө ергә ташламаҫҡа, урманға яҡын ауыл хужалығы ерҙәрендә ҡоро үләнгә һәм ҡамылға ут төртмәҫкә саҡырабыҙ. Йыш ҡына бәләкәй генә осҡондоң да ҙур бәләгә килтереүе ихтимал бит.

Урманда янғын сыҡҡанын күрһәгеҙ, түбәндәге телефондар буйынса шылтыратығыҙ:

8 (34754) 3-01-51 – Әлшәй урман хужалығы,

8 (347) 218-14-14 – республика Урман хужалығы министрлығындағы тәүлек әйләнәһенә эшләүсе пункт.

И. МӘДИЙӘРОВ,

Әлшәй урман хужалығы директоры.
Читайте нас: