Һуңғы ваҡытта районда янғын сығыуҙар йышайҙы.
Йыл башынан 13 янғын осрағы теркәлде, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда өскә күберәк. Йорттар, ҡаралты-ҡуралар ғына түгел, автомобилдәр ҙә яна. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ялҡын кеше ғүмерҙәрен дә аямай. Раевка ауылындағы алты фатирлы йорттоң ике бүлмәле квартираһында ике ир, торлаҡ йортта ике ҡатын-ҡыҙ утта янып һәләк булды.
Фажиғәләрҙең төп сәбәбе - ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Мәҫәлән, ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙән - өс, дүрт осраҡта - электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, өсөһөндә – мейес һәм төтөн юлдарының дөрөҫ ҡуйылмауы, икеһендә автомобилдәрҙең төҙөк булмауы арҡаһында янғын сыҡты.
Янғын сыҡҡан осраҡта:
01, 112 телефондары аша янғын һүндереүселәрҙе саҡырығыҙ;
улар килгәнсе өйҙән кешеләрҙе һәм мөлкәтте сығарығыҙ;
ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән утты һүндереү һәм зыян күреүселәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү саралары күрегеҙ.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеүе еңелерәк!
62-се янғын часы етәксеһе.