Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө йәки шырпыны ташлау ҙур ҡазаға килтерергә мөмкин. Ятҡан урында тәмәке тартмағыҙ, сөнки тап шул сәбәпле утта кешеләр йышыраҡ һәләк була ла инде.
Әгәр өйөгөҙҙә электр сымдары иҫке, розеткалар төҙөк булмаһа, ашығыс рәүештә электр монтеры саҡыртығыҙ. Электр селтәрҙәрен ҡыҫҡа ялғаныштан һәм артыҡ күп көс төшөүҙән һаҡлау өсөн заводта етештерелгән һаҡлағыстар (предохранитель) ҡулланығыҙ.
Шырпы ҡабыҙып газ сыҡҡанын тикшермәгеҙ – ул шартлауға килтерә; һабын иретмәһен ҡулланығыҙ. Ҡабынған газ приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Көнкүреш химияһын ҡулланғанда ла һаҡ булығыҙ. Уларҙың күбеһе тиҙ янып китеүсән.
Төҙөк булмаған мейес йәки каминға яҡмағыҙ, яндырып ебәреү өсөн тиҙ ҡабыныусы шыйыҡса ҡулланмағыҙ. Мөрйәлә ярыҡтар булырға тейеш түгел.
Өйҙән сыҡҡанда бөтә приборҙарҙы тикшерегеҙ – янғынды иҫкәртеү өсөн һеҙ бөтәһен дә эшләнегеҙме? Барлыҡ электр приборҙары, компьютер, аудио- һәм видеотехника розетканан алынған булыуына инанығыҙ. Уларҙың “көтөү режимы”на ышанмағыҙ. Кескәй балаларҙы өйҙә бер үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ, уларҙың буйы еткән урында шырпы, зажигалка һәм башҡа тиҙ янып китеүсән әйберҙәр ҡуймағыҙ.
Төтөн еҫе килһә йәки янғын сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән стационар телефондан – 01, кеҫә телефонынан – 112 йәки 101 һандары буйынса янғын һағы хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Тиҙ арала балалар һәм өлкәндәрҙе өйҙән сығарығыҙ, күршеләрегеҙгә хәбәр итегеҙ, электрҙы һәм газды һүндерегеҙ. Әгәр ҙә үҙ көсөгөҙ менән генә янғынды һүндерә алмаһағыҙ, ишекте ныҡ итеп ябып йорттан сығығыҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Бының менән һеҙ ғүмерегеҙҙе, йорт-ҡурағыҙҙы һәм милкегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.