Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2018, 14:15

Өҫтәлдәребеҙҙә тик сифатлы ризыҡ булһын

Илебеҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малдарҙың сиренә бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Мәҫәлән, сусҡаларҙың Африка чумаһы, ҡош-ҡорт киҙеүе, нодуляр дерматит, бруцеллез һәм бешмә ауырыуҙары. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең республиканы ла ситләп үтмәне.

Илебеҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малдарҙың сиренә бәйле хәл көсөргәнешле ҡала. Мәҫәлән, сусҡаларҙың Африка чумаһы, ҡош-ҡорт киҙеүе, нодуляр дерматит, бруцеллез һәм бешмә ауырыуҙары. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең республиканы ла ситләп үтмәне. Туймазы һәм Бүздәк райондарында былтыр көҙ бешмә ауырыуының таралыуын да иҫкә алыу етә. Был йоғошло ауырыуҙар иҡтисади зыян ғына килтереп ҡалмай, иң ҡурҡынысы – һаулығыбыҙға ла зарар килтерә. Шунлыҡтан бөгөн йоғошло ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймау мәсьәләһе, бер ҡасан да булмағанса, киҫкен тора.

- Хужалыҡтар өсөн дә, шәхси хужалыҡтары өсөн дә мал аҫрауға ҡағылышлы ветеринария-санитария талаптары үҙгәрешһеҙ ҡала. – ти Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе Х. Ҡ. Шәрипов. – Йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн ситтән контролһеҙ мал ҡайтартыуға юл ҡуймаҫҡа, малдарҙы мотлаҡ теркәргә, уны һатыу-алыуҙы, һуғымға тапшырыуҙы дәүләт ветеринария хеҙмәте рөхсәте менән генә башҡарырға кәрәк. Белеүебеҙсә, илебеҙҙә 2014 йылда Таможня союзының техник регламенты талаптары үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, әгәр ит һатыу өсөн тәғәйенләнһә, шәхси хужалыҡтарҙа мал салыу тыйылды. Быны махсус йыһазландырылған производство объекттарында ғына эшләргә мөмкин.

Беҙҙең районда Раевка ауылының Яңауыл биҫтәһендә эре һәм ваҡ малдарҙы, аттарҙы салыу буйынса заманса цех эшләй башланы. Пункт бөтә талаптар буйынса йыһазландырылған, мал салыу ветеринария-санитария нормаларын күҙәтеп, дәүләт ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында башҡарыла. Малды алып килеү өсөн транспорт бүленә. Тиҙҙән шундай уҡ пункт Никифар ауылында ла асыласаҡ.

Магазин кәштәләрендә, ә һуңынан өҫтәлдәребеҙҙә сифатлы һәм хәүефһеҙ ит һәм һөт ризыҡтары булһын өсөн ветеринария сертификатлауының электрон системаһы индерелә. Был туҡланыу продукттары етештереү, эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән ҙур хужалыҡ йәки шәхси ихата булһынмы, оҙатыу ветеринария документтарын “Меркурий” мәғлүмәт системаһын файҙаланып электрон тәртиптә генә оформить итергә тейеш. Яңылыҡ индереүҙең төп маҡсаты – исәп-хисап эшен тәртипкә һалыу, продукцияның мәҫәлән, һөттөң, ферманан алып сауҙа пунктына тиклемге юлын күҙәтеү.

Ауыл хужалығы малдарын идентификациялау буйынса программа ла рөхсәтһеҙ мал ҡайтартыуға юл ҡуймау, уны ташыуға контроллек итеү һәм мал иҫәбен алыу барыуҙы күҙ уңында тота. Бөтә малға, шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙағыға ла, идентификация номеры биреләсәк. 16 һанлы код мәғлүмәттәре берҙәм федераль реестрға индереләсәк. Бындай шәхси маркировкалау һәр баш малдың тыуғандан алып уны салғанға тиклем тормош циклын күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Районда биркалау эштәре февраль-март айҙарында үткәрелә.

- Бөтә әлшәйҙәрҙе ошо яңылыҡты аңлап ҡабул итергә саҡырабыҙ, сөнки был саралар малдарҙың йоғошло ауырыуҙарын районыбыҙға индерегә һәм уларҙың таралыуына юл ҡуймауға, тимәк, иң мөһиме – кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк, - тип һүҙен йомғаҡланы Хәлил Ҡадир улы.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА яҙып алды.
Читайте нас: