Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
12 Февраль 2018, 13:06

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ

Йыл дауамында 7390 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланды. Ҡаршы хәрәкәт юлына сығыу, тимер юл переезы аша үтеү ҡағиҙәләрен күҙәтмәү кеүек закон боҙоуҙар йыш теркәлә. Хатта шундай хәлдәр ҙә була, автомобиль йөртөүселәр маячоктары ҡабыҙылған һәм махсус тауыш сигналы ҡуйылған транспортҡа иғтибар итмәй.

Күптән түгел республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов күңелһеҙ статистика менән таныштырҙы: былтыр юлдарҙа 512 кеше һәләк булған, республика Волга буйы федераль округында юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны буйынса лидер булып тора.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе етәксеһе, полиция подполковнигы Салауат Ҡотлоев менән әңгәмәбеҙ районыбыҙҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында барасаҡ.
- Салауат Муса улы, йыл дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн тыныс үттеме?
- Былтыр районда 30 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, унда дүрт кеше һәләк булды, 44 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды. Юлдағы һәр авария – ул, һис шикһеҙ, фажиғә, селпәрәмә килгән яҙмыштар, һаулыҡҡа зыян килтереү. Тик бер нимә тынысландыра: 2016 йыл менән сағыштырғанда юл-транспорт ваҡиғалары һаны 3-кә кәмене. Һәләк булыусылар һаны ла аҙайҙы. Әгәр 2016 йылда аварияларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлһә, 2015 йылда иһә һәләк булыусылар һаны 12-гә еткәйне.
- Үлемгә килтергән юл-транспорт аварияларында, элекке кеүек, руль артына эскән килеш ултырған шоферҙар ғәйеплеме?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгәндәрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы яңы закондар ҙа ҡурҡытмай. юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән алты шоферҙың руль артында иҫерек булыуы асыҡланды. Йыл дауамында дәүләт автоинспекторҙары ошондай 312 водителде ҡулға алды.155 шофер транспорт сараларына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде, ә 47 водителгә ҡарата арест ҡулланылды.
Былар - ҙур һандар, идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ҙә, ҙур штраф һалыныу ҙа, яңынан ҡағиҙә боҙған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа эскән килеш руль артына ултырырға яратыусыларҙы туҡтатмай. Һандар ҙа ошо хаҡта һөйләй. 2016 йылда транспортҡа яңынан эскән килеш идара иткән өсөн – 46 кешегә, ә 2017 йылда инде 70 шоферға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.
- Былтыр район юлдарының авария ҡурҡынысы булған хәүефле участкаларында – республика кимәлендәге Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомагистралдәрендә светофорҙар һәм камералар ҡуйылды. Был юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә ыңғай йоғонто яһанымы?
- Әлбиттә. Был участкала йыл һайын юл-транспорт авариялары һөҙөмтәһендә йәйәүлеләр һәм пассажирҙар һәләк була йәки имгәнә ине. Юл хәрәкәтен көйләүсе ҡорамалдар, тиҙлекте арттырыуҙы теркәү камералары һәм юл билдәләре ҡуйылғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Авариялар һаны кәмене, шоферҙар ҙа тәртиплерәк була башланы.
Быйыл шулай уҡ ошо автоюл участкаһында, 78-се километрҙан 81-се километрға тиклем (Медиктар урамы сатынан алып Раевканан Шафранға табан сыҡҡан юлға) яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу планлаштырыла.
- Салауат Муса улы, һүҙ юлдарҙа тәртипте һаҡлау тураһында сыҡҡас, шуны белге килә: беҙҙең шоферҙарға бындай һыҙат хасмы?
- Үкенескә ҡаршы, юлдарҙа тәртип элеккесә аҡһай. Йыл дауамында 7390 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы асыҡланды. Ҡаршы хәрәкәт юлына сығыу, тимер юл переезы аша үтеү ҡағиҙәләрен күҙәтмәү кеүек закон боҙоуҙар йыш теркәлә. Хатта шундай хәлдәр ҙә була, автомобиль йөртөүселәр маячоктары ҡабыҙылған һәм махсус тауыш сигналы ҡуйылған транспортҡа иғтибар итмәй. Шулай уҡ беҙҙең шоферҙарға хас тағы ла бер йыш ҡағиҙә боҙоу осрағы – йәйәүлеләрҙе һанға һуҡмау, уларға юл бирергә теләмәү.
- Күп кенә автомобиль йөрөтөүселәрҙе шофер таныҡлығын алмаштырғанда яңынан имтихан тапшырырға кәрәк, тигән мәғлүмәт борсоуға һалды.
- Бөтә төр транспорт сараларын йөрөтөүселәрҙе тынысландырырға теләйем, ғәмәлдә булыу срогы бөткәндән һуң шофер таныҡлыҡтарын алмаштырыуға бәйле үҙгәрештәр ҡануниәткә индерелмәне. Тимәк, яңынан имтихан тапшырыуҙар булмаясаҡ. Был идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәргә генә ҡағыла.
Форсаттан файҙаланып, шоферҙарға һәм йәйәүлеләргә тағы ла бер тапҡыр шуны әйтке килә: хоҡуҡи аңыбыҙ үҙгәрмәй тороп, бер ниндәй ҡәтғи закондар ҙа юлдарҙағы фажиғәләрҙән ҡотҡармаясаҡ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ.
Читайте нас: