Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Ғинуар 2018, 12:12

“Шаярыу” ҡиммәткә төшәсәк

Яңыраҡ Дәүләт Думаһы телефон террорлығы өсөн язаны ҡәтғиләштереү тураһындағы ҡануниәтте өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

Яңыраҡ Дәүләт Думаһы телефон террорлығы өсөн язаны ҡәтғиләштереү тураһындағы ҡануниәтте өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.
Законға төҙәтмә шартлау, янғын сығарыуға әҙерлек йәки социаль объектҡа ҡығылышлы башҡа төрлө ялған хәбәрҙәр өсөн биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Власть органдарының эшендә буталсыҡ тыуҙырыу маҡсатында еткерелгән ялған хәбәр өсөн алты йылдан алып һигеҙ йылға саҡлы яза көтә. Әгәр ҙә ошо “шаярыу” арҡаһында кеше һәләк була йәки башҡа төрлө ауыр эҙемтә тыуа икән, һигеҙ йылдан ун йылға тиклем азатлыҡтан мәхрүм итеү ҡаралған. Рәсәйҙең “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Енәйәт һәм Енәйәт-процессуаль кодекстарға ла тейешле төҙәтмәләр индерелә.
Телефондан шылтыратып, шартлау менән ҡурҡытҡан ялған хәбәрҙәр илебеҙҙә быйыл көҙ айырыуса йыш булды. Ошо осорҙа Рәсәйҙең 180 ҡалаһында 3,5 мең бинала “мина һалыныуы” асыҡланды, ялған хәбәр арҡаһында бөтәһе 2,5 миллиондан ашыу кешене эвакуацияларға мәжбүр булдылар.
Читайте нас в