Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ ярҙамында йорттарыбыҙҙа йылы һәм уңайлы, аҡыллы һәм сәләмәт балалар үҫә, ир-егеттәр үҙҙәрен тыныс һәм ышаныслы хис итә. Һеҙ ҡатимарлы мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ, һеҙҙең менән теләһә ниндәй ауырлыҡтар еңел үтә, беҙҙе яңы еңеүҙәргә рухландыраһығыҙ.
Ветерандарға, һуғышта ҡатнашҡан, блокаданы үткәргәндәргә, тыл эшсәндәренә, бөтә өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙарына рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ ауырлыҡтарға баш эймәй, мөһим ваҡиғаларға бай оҙон тормош юлы уҙҙығыҙ һәм игелеклелек, фиҙакәрлек, намыҫлылыҡ кеүек матур сифаттарҙы һаөлап ҡала алдығыҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ғаиләләрегеҙҙә һөйөү тантана итһен. Һөйөклө кешеләрегеҙ һеҙҙе хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаһын, күҙҙәрегеҙҙә бәхет осҡондары балҡыһын. Һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы һәм именлек теләйем!
Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.