Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көн темаһы
8 Март 2021, 18:05

Афарин, Ташлының супер өләсәйҙәре!

“Супер-өләсәй-2021” район конкурсы сиктәрендә Ташлы ауылы мәҙәниәт йортонда ла был бәйгенең тәүге этабы үтте.

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған ошо матур сарала тамашасылар алдында Ташлы ауылының супер өләсәйҙәре Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Гөлнур Ҡотлобаева, Вәсилә Усманова, Альбина Хәйруллина сығыш яһаны. Улар ижади конкурста (визитка) көс һынашты, милли кейемдә дефиле күрһәтте, бишек йырҙарын башҡарҙы, аш-һыу әҙерләне, ҡул эштәрен тәҡдим итте, шулай уҡ бергәләшеп «Шәл бәйләнем» бейеүе менән дә сығыш яһаны. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ситтә ҡалмай, йыр-бейеүгә һәләтен күрһәтте. Афарин, Ташлының супер өләсәйҙәре!

Ә беҙ бөтә өләсәйҙәрҙе лә бөгөнгө матур байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Мәғлүмәт һәм фотолар Ташлы ауылы мәҙәниәт йорто сәхифәһенән алынды https://vk.com/id614147998

Читайте нас: